E N D
Иң матур тел – минең телем
Үҙенең әсә теленә вайымһыҙ ҡараған кеше – ҡырағай кеше, зарарлыкеше. Сөнки шуның менән улүҙ халҡының үткәненә, хәҙерге хәленә һәм киләсәгенә ғәмһеҙлеген,битарафлығын күрһәтә. (К.Паустовский)
Тел – халыҡтың иң ҙур хазинаһы. Биктә ҡәҙерле нәмәне хазинатиҙәр.Улберәмләп, бөртөкләп йыйыла. Мәҫәлән, алтын, көмөш – ер байлығы. Ә тел – халыҡ байлығы. Улбыуаттарбуйынатупланған, халыҡты халыҡ итеп, милләт итептуплаған. (Х.Назар)
Туған тел Мин халҡымдың сәскә күңеленән Бал ҡортондай ынйыйыямын, Йыямын да — йәнле ынйыларҙан Хушеҫле беркәрәҙ ҡоямын. Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен: Бер телдән дә телемкәм түгел — Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла, Кәм күрер тик уныкәм күңел!.. Халҡым теле — миңә хаҡлыҡ теле, Унанбашҡа минең илемюҡ; Иленhөймәҫ кенә теленhөймәҫ, Илeюҡтың ғына теле юҡ! Әсәм теле миңә — сәсән теле, Унанбашҡа минең халҡым юҡ, Йөрәгендә халҡы булмағандың Кеше булырға лахаҡы юҡ! (Р.Ғарипов)
-Үгеҙегеҙ үҙегеҙҙекеме? Мөгөҙө үгеҙегеҙҙекеме? - Үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке, Мөгөҙө үгеҙебеҙҙеке.
Сейәлектән сыҡҡан саҡта, Сей сейә сәйнәй-сәйнәй, Сикәләрем сатнарсиктә.